Экспозиция
Хронологик яҡтан музей экспозицияһы 1941 йылдың 22 июненән башлана һәм «Рейхстаг стенаһы» диорамаһы менән тамамлана. Музейҙың дөйөм фондында 16 000-дән ашыу экспонат һаҡлана. Улар иҫәбенә һалҡын ҡорал коллекцияһы, һуғышта ҡатнашыусыларҙың шәхси әйберҙәре, хәрби наградалар, трофейҙар, фронт көндәлектәре, хаттары һәм башҡа әйберҙәр инә. Башҡортостандың тормошон сағылдырған тыл фотоһүрәттәре коллекцияһы айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята.
Бинаның периметры буйлап хәрби-тарихи экспозиция: ҡорал, кейем, документтар, совет яугирҙәренең шәхси әйберҙәре һәм трофейҙар урынлашҡан. Оккупацияланған территорияларҙа партизан хәрәкәте, предприятиеларҙы эвакуациялау, тылдағы эш сағылдырылған.
Музей экспозицияһында «Фронтҡа оҙатыу», «Мәскәү күге һағында», «Паньшино ауылы янындағы алыш», «Блиндаж», «Рейхстаг стенаһы», «Башҡортостандың яугир-интернационалистары» диорамалары ҡуйылған.
«Уңайлы мөхит» программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы музейҙа мультимедиа уйын зонаһы һәм «Тарихҡа ҡағыл» тактиль экспозицияһы булдырылған.
Музей экспозицияһын үҙ аллы өйрәнеү өсөн «Виртуаль гид» мультимедиа комплексы тәҡдим ителә. Алты минутлыҡ гид тексында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Башҡортостан, республиканың Еңеүгә индергән өлөшө һәм унда тыуып үҫкән геройҙар тураһында ҡыҫҡаса тарих бирелә.
«Еңеү тарихы» республика патриотик акцияһы сиктәрендә музейҙа фронт вагоны «Теплушка» булдырылған. Унда музейҙа булыусыларға мултимедия аша һуғыш тураһындағы хәҡиҡәтте еткереүсе ветерандарҙың тарихтары, хәрби ваҡиғалары менән танышырға мөмкин.
«Артефакт» цифрлы платформаһының ике мультимедиа-гиды тулыландырылған ысынбарлыҡ форматында «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан» һәм «Башҡортостандың яугир-интернационалистары» экспозициялары буйынса мәғлүмәт бирә.
Еңеү паркы һәм Республика Хәрби Дан музейы менән рәсми сайтта виртуаль танышырға мөмкин.











