г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

Филиал

1.jpg

112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы музейы 2005 йылдың 8 майында, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан, Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы нигеҙендә асыла һәм Республика Хәрби Дан музейының филиалы булып тора. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы Бөтә Союз коммунистар партияһының (большевиктар) Башҡорт өлкә комитеты бюроһы һәм БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1941 йылдың 17 ноябрендәге «Урындағы милләттән ике кавалерия дивизияһын формалаштырыу тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, СССР Дәүләт оборона комитетының 1941 йылдың 13 ноябрендәге 894/сс номерлы ҡарары нигеҙендә формалаштырыла, һәм тулыһынса республика кеше һәм матди ресурстары хисабына туплана. Дивизия 4 мең саҡрымдан ашыу алыҫлыҡтағы һуғыштарҙа һәм походтарҙа ҡатнаша һәм уға «Чернигов» маҡтаулы исеме бирелә. Дивизия Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәҗә Суворов һәм II дәрәҗә Кутузов ордендары менән бүләкләнә. Һуғыш осоронда 4 меңгә яҡын дивизия һуғышсыһы орден һәм медалдәргә лайыҡ була, 78 яугирына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 5-е Дан орденының тулы кавалеры була.

Музейҙа 112-се башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы тарихына арналған бай һәм уникаль экспозиция эшләй. Дивизияның тәүге командиры генерал-майор М.М. Шайморатовҡа айырым иғтибар бирелгән, ул дивизияны формалаштырыуға ҙур өлөш индергән. Уның етәкселегендә дивизия Брянск фронтындағы һуғышта, 8-се кавалерия корпусы составындағы барлыҡ оло операцияларҙа ҡатнашҡан.

Музейға килеүселәр иғтибарына диорамалар, фото һәм документаль материал, хәрби форма, ҡорал, шәхси әйберҙәр, һуғыш осоры көнкүреше әйберҙәре тәҡдим ителә.

Музейҙа лекциялар залы бар, унда семинарҙар, күләмле саралар, уҡыусылар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары балалары ҡатнашлығында осрашыуҙар уҙғарыла, хәрби тематикаға фильмдар күрһәтелә.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Дим районы, Левитан урамы, 27, 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы музейы.

Тел.:.: 8 (347) 227-47-57, 227- 52-02

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55