г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

Ғаилә ҡомартҡылары — музейға бүләккә

Ғаилә ҡомартҡылары — музейға бүләккә

Йыл башынан Республика Хәрби Дан музейы фондтары йөҙҙәрсә уникаль ҡомартҡы менән тулыланды. Был ябай ғына музей экспонаттары түгел, ә беҙҙең яугирҙәр тураһындағы тере хәтер.

Һарғайған фронт хаттары, шәхси көндәлектәр, фотоһүрәттәр, ҡәҙерләп һаҡланған наградалар һәм ҡасандыр геройҙарҙың көнкүрешенең бер өлөшө булған әйберҙәр. Быларҙың барыһын да музейға Ватанды һаҡларға күтәрелгән яугирҙәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре алып килә.

Бөгөнгө хәрби ваҡиғаны асыҡлауҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да ҡатнашыуы айырыуса мөһим. Улар музейға хәҙерге ваҡиғаларҙың шаһиты булған әйберҙәрҙе тапшыра.

Фондтарҙы тулыландырыуға яҡшы традицияға әйләнгән тематик акциялар ҙа ярҙам итә. Мәҫәлән, «Бурыс. Намыҫ. Хәтер» проекты кешеләрҙе Афған һуғышы темаһы тирәләй берләштерһә, «Еңеүле май» акцияһы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында яңы мәғлүмәт йыйырға мөмкинлек бирҙе.

Музей хәрби тематика сиктәренән дә сығып, илдең мәҙәни кодына иғтибар бүлә. Милли кейемдәрҙе йыйыу буйынса «Илебеҙ халыҡтарының милли кейемдәре — Рәсәйҙең баһалап еткеһеҙ байлығы» һәм көнкүреш әйберҙәре буйынса «Музейға бүләккә. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй халыҡтарының ҡулланма сәнғәте, көнкүреш һәм этнография әйберҙәре» акциялары сиктәрендә республика халҡы традицион кейем элементтары һәм ҡулланма сәнғәт әйберҙәре менән уртаҡлаша.

Билдәләп үтергә кәрәк, бөтә акциялар ҙа дауам итә һәм һәр кем музейҙың партнеры була ала. Ғаилә ҡомартҡыһын бүләк итеп, кеше ябай ғына әйбер тапшырып ҡалмай, ә беҙҙең уртаҡ мираҫты формалаштырыусы традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлауға шәхси өлөшөн индерә. Беҙҙең өсөн, музей хеҙмәткәрҙәре өсөн, һәр шундай бүләк — ул беҙгә ышаныс белдереү. Беҙ һәр экспонатты ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, сөнки һәр килеүсе тарихҡа ҡағыла, быуындар бәйләнешен тоя.

Режим работы:

Вт-Вс с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55