г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

«Һуғыш шулай башланды»

«Һуғыш шулай башланды»

Фашистик Германияның Советтар Союзына мәкерле һөжүме 1941 йылдың 22 июнендә башлана һәм илебеҙ халҡына 1418 көн-төн дауам иткән ауыр осорҙо тыуҙыра.

Республика Хәрби Дан музейының «Һуғыш шулай башланды» яңы күргәҙмәһе һуғыштың тәүге иң ауыр көндәрен һәм айҙарын сағылдыра. Бында дошман менән беренсе булып алышҡандарҙың батырлығын һәм фажиғәһен күрергә мөмкин.

Экспозиция «Герой Брест крепосы» мемориаль комплексы» дәүләт учреждениеһы һәм Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙә булдырылған. Ошо нигеҙҙә  ваҡиғаның мөһим дәлилдәрен күрергә, тарихтың һулышын тойорға мөмкинлек тыуҙырылған.

Экспозицияла СССР-ҙың көнбайыш сиктәрен обороналауға, Белоруссия территорияһында барған ҡаты алыштарға айырыуса иғтибар бүленә. Күргәҙмәнең сағыу өлөшө булып, Брест крепосын һаҡлаусыларҙың батырлығы тураһында мәғлүмәт тора.

Республика Хәрби Дан музейына килегеҙ, Бөйөк Ватан һуғышының нисек башланыуын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алығыҙ. «Һуғыш шулай башланды» экспозицияһы менән танышыусылар илебеҙ тыныслығы ниндәй юғары хаҡ менән яуланыуы тураһында тулы фекер алырҙар.

Режим работы:

Вт-Вс с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55