Бөгөн илебеҙ Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләй. Был — намыҫ, ҡаһарманлыҡ һәм антҡа тоғролоҡ нигеҙендә тормош алып барған ысын ир-егеттәр байрамы.
Төп тантаналар «Патриот» паркында үткәрелә. Бында «Первушино» осоусылар төркөмөнөң сығышы, экстремаль «Геройҙар уҙышы», шулай уҡ ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар һәм музыкаль шоу ойошторола.
Шулай уҡ был көн — тыныслығыбыҙ һағында торған һәм тороусыларҙы иҫкә алыу өсөн тағы бер сәбәп. Был хаҡта «Патриот» паркындағы махсус майҙансыҡта Республика Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре һөйләй. Сатырға килеүселәр өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» һәм «СВОя война» («Үҙ һуғышыбыҙ») экспозициялары әҙерләнгән.
Беренсеһе төрлө осор геройҙары тураһында һөйләй.
Икенсе күргәҙмәлә махсус хәрби операция зонаһынан алып ҡайтылған реаль экспонаттар тупланған. Был дәреслектәрҙәге ҡоро юлдар түгел, ә беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа яҙылыусы тере тарих. Был әйберҙәрҙе күреү — ул илебеҙҙең киләсәген һаҡлаусы егеттәребеҙҙең ҡаһарманлығына ҡағылыу тигән һүҙ.
Республиканың төп хәрби музейы майҙансығында интерактив зона әҙерләнгән. Бында килеүселәр «Яугиргә хат» акцияһында ҡатнаша ала — алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә йылы һүҙҙәр яҙа алалар. Шулай уҡ «Сапёр» тематик уйынында иғтибарлылығығыҙҙы һәм сыҙамлылығығыҙҙы тикшерә, брелоктар үреү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша алаһығыҙ.
Барыһын да үҙ күҙегеҙ менән күрергә һәм яугир юлын һайлағандарға «рәхмәт» әйтергә килегеҙ.
Байрам менән, ҡанатлы пехота!