Мәскәү һабантуйы
«Коломенское» музей-ҡурсаулығында Мәскәү һабантуйы ҡыҙыу бара. Хатта ямғыр ҙа башҡорт ауылына килеүселәрҙе ҡурҡытманы.
Бында "Урал батыр" эпосы геройҙары менән фотозона, балалар өсөн уйындар, конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре менән майҙансыҡ, башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен сағылдырыусы тирмәләр һәм «Башҡортостан тәмдәре» зонаһы эшләй.
Башҡорт ауылында башҡорт балы һәм ейәнәнсура шәле күргәҙмәһе ойошторолған. Әлшәй һәм Ейәнсура райондары етештереүселәренең сауҙа майҙансыҡтары эшләй.
Республика Хәрби Дан музейының патриотик йүнәлештәге майҙансығы ҙур популярлыҡ менән файҙалына. Бында килеүселәр «Ватанды Һаҡлаусылар» күргәҙмәһе менән таныша, МХО яугирҙәренә хаттар яҙа һәм «Һалдат яҙмышы» акцияһында ҡатнаша.
Көн дауамында ижади коллективтарҙың һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерты дауам итә.