«Минең позывнойлы шевроным»
Һәр МХО яугиренең үҙ тарихы, юлы һәм позывнойы бар. Позывной — ҡаһарманлыҡ һәм бурысҡа тоғролоҡ символына әйләнгән исем.
Республика Хәрби Дан музейы киләсәк быуындарҙа тарихи хәтерҙе һаҡларға ынтыла. Ошо уңайҙан МХО яугирҙәрен «Минең позывнойлы шевроным» тип аталған яңы акциябыҙҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Ялға ҡайтҡан йәки хеҙмәтен тамамлаған яугирҙәрҙе республиканың төп хәрби музейына иң яуаплы мәлдәрҙә һеҙҙең менән бергә булған шәхси шевронығыҙҙы бүләк итергә саҡырабыҙ.
Шеврон — сигеүле ябай туҡыма киҫәге генә түгел, ә һәр бер яугирҙең ныҡлығы, туғанлығы һәм шәхси тарихы символы. Уны музейға тапшырып, һеҙ беҙ яҙа башлаған оло йылъяҙманы тыуҙырырға булышлыҡ итәһегеҙ. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм республиканың бөтә халҡы был экспонаттарҙы күрә һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтары тураһында белә аласаҡ.
Республика Хәрби Дан музейында инде тиҫтәләгән шеврон һаҡланыуын билдәләп үтәргә кәрәк. Күптән түгел ҡулбаш билдәләрен бер төркөм яугирҙәр «Ер ҡото» («Сила земли») киң күләмле этно-мәҙәни фестивалендә тапшырҙы. Был сағыу ваҡиға 2026 йылдың 26 июнендә Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылы янындағы күркәм аҡланда үтте. Фестиваль ҡунаҡтарҙы милли байрамдар, патриотик майҙансыҡтар, спорт ярыштары һәм оҫталыҡ дәрестәре менән берләштерҙе.
Киләсәктә йыйылған шеврондар нигеҙендә тематик күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.