2026 йылдың 11-12 июнендә Республика Хәрби Дан музейында Рәсәй көнөнә арналған «Рәсәй һәм Мин» акцияһы үтәсәк.
Акцияла ҡатнашыусылар байрамдың барлыҡҡа килеүе, Рәсәй тарихының төп этаптары һәм илдең үҫешенә йоғонто яһаған шәхестәре тураһында мәғлүмәт аласаҡ. Килеүселәр, викторинала ҡатнашып, үҙ белемдәрен һынаясаҡ. Балалар өсөн триколор төҫтәрендә йөрәк яһау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙасаҡ.
Акция алдан яҙылыу буйынса дөйөм экскурсия сиктәрендә барасаҡ. Өҫтәмә мәғлүмәт телефоны: 8 (347) 260-44-64.
2026 йылдың 12 июнендә Республика Хәрби Дан музейында «Асыҡ ишектәр көнө» буласаҡ. Музейға инеү бөтә категорияларға бушлай ҡаралған.