Йыл һайын 6 июндә Рус теле көнө билдәләнә.
Был дата йыл һайын хәҙерге рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы Александр Сергеевич Пушкиндың тыуған көнөнә тап килә. Байрам Пушкин көнө булараҡ та билдәле.
Хәҙерге ваҡытта беҙ башҡа телдәрҙән ингән яңы һүҙҙәрҙе, аңлатмалар ағымын, шулай уҡ сленгтың киң таралыуын йышыраҡ осратабыҙ. Уларҙы урынһыҙ ҡулланыу үҙ-ара матур аңлашыуыбыҙға һәм хатта берҙәм булыуыбыҙға ҡамасауларға мөмкин.
Рус теле – ул ябай аралашыу сараһы ғына түгел. Ул рус мәҙәниәтенең йөрәге, үҙенсәлекле көнкүрешенең нигеҙе һәм берләштереүсе көс булып тора. Рус телен урынлы һәм дөрөҫ ҡулланыу – мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүсе мөһим фактор. Туған телдең байлығы һәм аныҡлығы аша беҙ ижад итә, белем тапшыра, йолаларыбыҙҙы һәм сәнғәтебеҙҙе һаҡлай һәм үҫтерә алабыҙ.
Шулай уҡ рус теле милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итә. Аныҡ матур рус телендә һөйләшкәндә, беҙ тирә-яҡтағыларға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Матур рус телендәге телмәребеҙ, башҡа халыҡтар менән яҡшыраҡ аралышыуға һәм үҙ-ара эшлекле мөнәсәбәт булдырырға булышлыҡ итеп, беҙҙе көслөрәк һәм татыу итә.
Был видеояҙмала беҙ рус теленең үҙенсәлеген һәм мөһимлеген күрһәтергә ынтылабыҙ. Ул барыбыҙҙы ла берләштергән көслө сара булһын.