Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев «МХО музейҙары: тәжрибә һәм перспектива» төбәк-ара ғилми-методик конференцияһында ҡатнашты. Форум Һарытау ҡалаһында үтте.
Республиканың төп хәрби музейы етәксеһе Рәсәй төбәктәренән килгән коллегалары менән музей эшенә цифрлы технологияларҙы ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Илшат Ислам улы әйтеүенсә, яңы технологиялар һәм техникалар музей предметтарын һәм коллекцияларын күрһәтеүҙә киң файҙаланыла һәм музей эшмәкәрлегенең ҡайһы бер төрҙәрен заман талабына ярашлы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Ул билдәләп үткәнсә, Республика Хәрби Дан музейы мәҙәни-ағартыу эшенең традицион формалары менән бер рәттән мәғлүмәт технологияларын да киң ҡуллана, был ағартыу, экскурсия һәм экспозиция-күргәҙмә эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә.
Атап әйткәндә, ул төп проекттар тураһында һөйләне. Улар араһында интерактив проекттар – алыҫ райондарҙағы мәктәп уҡыусылары өсөн «Тарих-онлайн» дәрестәре; эҙәрмәнлек проекттары – Ватанды һаҡлаусылар тураһында мәғлүмәт эҙләү өсөн сенсорлы комплекстар, музей һәм Еңеү паркы буйлап виртуаль турҙар; мультимедиялы проекттар – «виртуаль гид», өс телдәге аудиолекциялар, «Артефакт» платформаһындағы гидтар бар.
Республика Хәрби Дан музейы етәксеһе яңы проекттарҙың береһенә – «Тарих кубтары»на айырым иғтибар бүлде. Унда килеүселәр кубтарҙан һүрәт йыялар, ә һуңынан смартфонды йәки планшетты алынған һүрәткә йүнәлтеп, уны «терелтә» алалар. Күптән түгел проект киңәйтелде, хәҙер музейға килеүселәр үҙҙәренең смартфондары ярҙамында Хәрби Дан музейындағы бер нисә йөҙлөктө «терелтә» ала. Илшат Ислам улы фекеренсә, цифрлаштырыу музейҙың ағартыу һәм экспозиция эшмәкәрлеге мөмкинлектәрен һиҙелерлек киңәйтте.
Ул шулай уҡ Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәрен яҡлау шарттарында МХО (махсус хәрби операция) тарихын һаҡлауҙың айырым әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был йәһәттән ошо ваҡиға бәйле Республика Хәрби Дан музейы 2022 йылдан алып әүҙем рәүештә экспонаттар йыя һәм тематик күргәҙмәләр ойоштора. «Zащищая СВОй Донбасс» («Донбасты яҡлап»), «Башҡортостан Донбасты яҡлай» һәм яҡташ Геройҙар тураһында экспозиция булды.
Бөгөнгө көнгә МХО ваҡиғаһын яҡтыртҡан музей фонды 300-ҙән ашыу артефакт менән тулыланды, уларҙың бер өлөшө 2025 йылдың 22 авгусында асылған «Рәсәй. Донбасс. МХО» күргәҙмәһендә урын алған. Финанслау «Ғаилә» милли проекты составына ингән «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты сиктәрендә ашырылды.
Бөгөн музей махсус хәрби операция ваҡиғалары һәм унда ҡатнашыусылар тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм цифрлаштырыу буйынса эшен дауам итә».