г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

«Улар Ватан өсөн һуғышты»

«Улар Ватан өсөн һуғышты»

Республика Хәрби Дан музейында махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған «Улар Ватан өсөн һуғышты» тигән бөтә Рәсәй художество-мемориаль проекты асылды.

Проекттың авторы — МХО ҡатнашыусыһы, шағир, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Павел Шабрин. Күргәҙмәне ойоштороусы — «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ярҙамы менән «Север» инициатив төркөмө.

Күргәҙмәгә профессиональ рәссамдар тарафынан киндергә майлы буяу менән яҙылған яугирҙәрҙең портреттары ҡуйылған. Эштәрҙең күпселеген рәссам Шамил Ҡорбанов ижад иткән; шулай уҡ проектта башҡа авторҙар, шул иҫәптән Екатерина Фёдорова ла ҡатнаша.

Һәр портрет биографик хикәйә менән оҙатыла: герой ҡайҙа тыуған, тыныс тормошта ниндәй булған, ни өсөн Ватанды һаҡларға булған, хәрби юлы ҡайҙа үткән һәм ниндәй шарттарҙа һәләк булған. Экспозицияны шиғри юлдар, хәрби операциялар тураһындағы материалдар һәм дәүләт наградаларының макеттары тулыландыра.

Һәр портретта кеше яҙмышы сағыла: ул — ул, ир, атай, аға-эне, иптәш. Күргәҙмәгә килеүселәр геройҙарҙың йөҙөн күрә һәм уларҙың тарихы менән таныша ала.

Өфөгә тиклем күргәҙмә Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу ҡалаһында үткән. Һәр ерҙә ул төрлө йәштәге тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителгән. Өфөлә экспозиция 8 августҡа тиклем буласаҡ, артабан ул үҙенең юлын дауам итәсәк.

Режим работы:

Вт-Вс с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55