Республика Хәрби Дан музейы фонды яңы экспонат менән тулыланды. Үҙенең шәхси шевронын музей фондына махсус хәрби операция ветераны, штурм батальонының эвакуация төркөмө командиры, «Топор» позывнойлы яугир тапшырҙы.
Яугир өсөн был әйбер — ябай ғына форма өлөшө түгел. Был — уның фронттағы көндәлек тормошоноң символы, «һыҙыҡ аръяғында» үткәргән ауыр тормошоноң бер киҫәге. Хәрбиҙең әйтеүенсә, шевронды музейға тапшырыу ҡарары алғы һыҙыҡта көн һайын үҙ бурысын үтәгән заман геройҙары тураһында иҫтәлекте һаҡлап ҡалыу теләге менән бәйле.
Бөгөнгө көндә музей экспозицияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тапшырған тиҫтәләгән шеврон бар. Материалдар йыйыу эше «Минең позывнойлы шеврон» проекты сиктәрендә дауам итә.