Cоветтар Союзы Геройы Миңлеғəли Хəбибулла улы Ғөбəйҙуллин хəҙерге Миəкə районының Өршəкбаш-Ҡарамалы ауылында 1921 йылдың 8 мартында донъяға килə. Мəктəптə уҡыған йылдарында уҡ əҙəби ижад менəн шөғөллəнə. Шиғырҙар яҙа. 1940 – 1941 йылдарҙа Баҡы ҡалаһындағы нефть техникумында уҡый. 1942 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, хəрби училищеның тиҙлəтелгəн курсын тамамлағандан һуң Төньяҡ Кавказ фронтына ебəрелə. 1943 йылдың июленəн ике ҡыҙыл Байраҡ орденлы Суворов пулемет взводы командиры булараҡ һуғышта ҡатнаша. Ике мəртəбə яралана.
1944 йылдың 8 мартында 3-сө Украина фронты 28-се армия 109-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 309-сы гвардия уҡсылар полкының пулемет взводы командиры, гвардия лейтенанты Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин Днепр йылғаһының уң яҡ ярын, Берислав һәм Херсон ҡалаларын азат итеү өсөн һуғыштарҙа Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлай. Был көндө полк Херсон өлкәһенең Дудчаны-Рядовое рубежында һөжүм итә, ләкин операция уңышҡа өлгәшә алмай, сөнки дошман үҙенең ут нөктәләрен ҡурғандарға уңайлы итеп урынлаштырған була. Оборонаны өҙөү өсөн ҡурғандарҙың береһен яуларға кәрәк була. Ошо бурысты, йәғни ут нөктәләрен юҡ итеүҙе Ғөбәйҙуллинға йөкмәтәләр. Приказ алып, ул үҙ взводын дзотты штурмлауға алып бара. Әммә гитлерсылар баш күтәрергә лә ирек бирмәй, көслө ут яуҙыра. Ауыр яраланған гвардия лейтенанты Ғөбәйҙуллин үҙ кәүҙәһе менән дзот амбразураһын ҡаплай. Һөҙөмтәлә уның подразделениеһы яугирҙары үҙ хәрби бурысын үтәй. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 3 июнендәге Указы менән гвардия лейтенанты Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ул Дудчаны ауылы ҡурғанында ерләнгән, бында уға һәйкәл ҡуйылған.
Батыр яҡташыбыҙҙың исеме – мəңгелек. Өфө һəм Борислав ҡалаларында, Дудчаны ауылы урамына Ғөбəйҙуллин исеме бирелгəн. Миəкə районының Өршəкбаш-Ҡарамалы, Ҡырғыҙ-Миəкə ауылдарында, Херсон өлкəһендə «Чернофлотец» колхозында һəм Өфө ҡалаһында уға һəйкəл ҡуйылған. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың уның тормош һəм батырлыҡ юлын сағылдырған «Тыуған көн» исемле күлəмле романы донъя күрҙе. Əҫəр бер нисə телгə тəржемə ителгән.