г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

Барыһын да үҙгәрткән трагедия

Барыһын да үҙгәрткән трагедия

Һәр йылда 3 сентябрҙә Рәсәй террор актылары ҡорбандарын иҫкә ала. Ул дәүләттең менән йәмғиәттең заманыбыҙҙың иң ҡурҡыныс күренештәренең береһе менән көрәштә берҙәмлеген символлаштыра. Был дата илебеҙ тарихына мәңге яҙылды. Ул ҡайғы-хәсрәт һәм бер үк ваҡытта йәшәүгә емерелмәҫ ихтыяр көсө һынмаү көнө булып тора.

Барыһын да үҙгәрткән фәжиғә.

Иҫкә алыу датаһы бөтә илде шаҡ ҡатырған ваҡиғаларҙан һуң билдәләнде. 2004 йылдың 1 сентябрендә, Белем көнөндә, террорсылар төркөмө Беслан ҡалаһындағы (Төньяҡ Осетия) 1-се мәктәпте биләп алды. Мина ҡуйылған бинала 1128 кеше – балалар, уларҙың ата-әсәйҙәре һәм уҡытыусылары террорсылар ҡулында була. Ике тәүлектән ашыу кешеләр һыуһыҙ һәм ашамайынса, һауаһы тынғыһыҙ бынала автомат көбәге аҫтында торҙо. 2004 йылдың 3 сентябрендә мәктәптең спорт залында шартлауҙар була, ут сыға, ҡыйыҡ емерелә. Террористар утынан ҡулға алынған кешеләрҙе ҡурсалап спецназ һөжүм ойоштора.

 Был трагедия һөҙөмтәһендә 334 кеше вафат булды, шуларҙың 186-һы балалар. 800-ҙән ашыу кеше йәрәхәтләнде. «Альфа» һәм «Вымпел» махсус хәрби подразделение яугирҙәре, ҡотҡарыусылар һәм милиционерҙар һәләк була. Был террор акты Рәсәй тарихындағы иң ҡурҡыныс фажиғәләрҙең береһе булды.

 Терроризмдың милләт йәки диндәре юҡ. Ул – үлем сәсеүсе ҡорал. Уға ҡаршы бергәләп эш ҡылырға кәрәк. Беҙҙең берҙәмлегебеҙ, хәтеребеҙ һәм иғтибарлылыҡ – ошо фажиғәләр ҡабатланмаясаҡ тигән төп гарантиялар.

Режим работы:

Вт-Вс с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55