Республика Хәрби Дан музейының ғилми хеҙмәткәре Владимир Волков контрактҡа ҡул ҡуйып, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте.
Владимир Сергеевичтың хеҙмәттәштәре өсөн дә, ғаиләһе өсөн дә бындай ҡыйыу ҡарар көтөлмәгән хәл булманы: уның кешеләргә ярҙам итеү буйынса шәхси «махсус операцияһы» 2022 йылға тиклем үк башланғайны.
2015 йылдың декабренән үк ул даими рәүештә ЛХР һәм ДХР-ға гуманитар йөк ташыны. Ә махсус операция башланғас, Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланды. Ул унда гуманитар ярҙам илтте, ә кире ҡайтышлай Республика Хәрби Дан музейы экспозицияһы өсөн трофейҙар алып ҡайтты.
Бынан тыш, Башҡортостанда «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең алыштырғыһыҙ етәксеһе булараҡ, 2012–2013 йылдарҙа уҡ Украинаның Луганск өлкәһендә, ә 2019 йылда — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындарҙа, Луганск Халыҡ Республикаһы территорияһында экспедициялар үткәрҙе. Ул эҙәрмәндәр менән бергә ошо дивизия яугирҙәре һәйкәлен үҙ көстәре менән тергеҙҙе.
Күптәр Владимир Сергеевичты республиканың төп хәрби музейының ғилми хеҙмәткәре һәм Башҡортостанда «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» рәйесе булараҡ ҡына түгел, ә педагог, альпинизм һәм ҡаяға үрмәләү буйынса тренер, реконструктор, «Болоттар артындағы фронт» («Заоблачный фронт») фестиваленең идея илһамландырыусыһы һәм ойоштороусыһы булараҡ та белә. Уның хеҙмәттәре Рәсәй Президенты, Башҡортостан Башлығы һәм илдең Оборона министрлығы наградалары менән баһаланған, ә кешеләрҙең ышанысы төбәк Йәмәғәт палатаһына дүрт тапҡыр һайланыуы менән раҫлана.
Владимир Сергеевичтың үҙе әйтеүенсә, ул күптән инде махсус хәрби операцияға китергә йыйынған. Уны тик быйыл тамамланған «Болоттар артындағы фронт» грант проектын тормошҡа ашырыу ғына тотҡарлап торған.
Владимир Сергеевичтың тормош иптәше Лира Волкова «ВКонтакте» социаль селтәрендәге сәхифәһендә былай тип яҙған: «Минең һәм өс балабыҙ өсөн — был ҡатмарлы, әммә бик ҡыйыу ҡарар. Володя һәр ваҡыт ярҙамға мохтаждарға терәк булды. Мин уның менән ғорурланам. Балалар ҙа ғорурлана. Беҙ көтәсәкбеҙ һәм тылыбыҙ ышаныслы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ».
Владимир Сергеевич Рәсәйҙең Космос-һауа көстәренә буйһонған ирекмәндәр подразделениеһына яҙылды, Донецк йүнәлешендә хеҙмәт итә. Хәрби хәрәкәттәр зонаһында ул «Бродяга» («Сәйәхәтсе») тигән позывной алды.
Хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм Владимир Сергеевичты белгән бөтә кешеләр уның гражданлыҡ позицияһы менән ғорурланалар һәм уға ныҡлы рух, алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә уңыштар, ә иң мөһиме — иҫән-һау, Еңеү менән тиҙерәк өйөнә ҡайтыуын теләйҙәр.