Кешеләрҙе көслөрәк, игелеклерәк һәм бер-береһенә иғтибарлыраҡ булырға өйрәтеүсе Рәсәй кино тарихтары «Кино төнө» бөтә Рәсәй акцияһы программаһына инде. Фильмдарҙы күрһәтеү бөгөн Рәсәй буйлап 5 меңдән ашыу майҙансыҡта һәм 60-тан ашыу сит илдә уҙасаҡ.
Башҡортостанда акцияға 68 майҙансыҡ, шул иҫәптән Республика Хәрби Дан музейы ла ҡушылды.
Киномарафонды сәғәт 16-ла 2025 йылғы премьера – режиссёр Игорь Волошиндың «Буратино» ғаилә фэнтезиһы асты. Был фильм – үҙ юлыңды эҙләү тураһындағы игелекле һәм мауыҡтырғыс тарих, ул бөтәһенә лә күтәренке кәйеф бүләк итәсәк.
Артабан, 17:45 сәғәттә, кис батырлыҡ тураһындағы етди һөйләшеү буласаҡ. Александр Котттың «Ладога фәрештәләре» тарихи драмаһы тамашасыларҙы блокадалағы Ленинградҡа алып барасаҡ һәм Ладога күле боҙо аша хәрби кәрәк-яраҡтар ташыған спортсыларҙың ҡаһарманлығы тураһындағы йөрәкте әрнеткес тарихты һөйләйәсәк.
«Кино төнө» акцияһы Андрей Симоновтың «Сабый» («Малыш») хәрби драмаһы менән тамамланасаҡ. Ул ысын характер, дуҫлыҡ һәм принциптарға тоғролоҡ тураһындағы кино. Фильм үҙ ерен һаҡлау өсөн ауыр һайлау яһаған Донецк егете тураһында бәйән итә. Сеанс 19:40 сәғәттә башлана.
Августың һуңғы шәмбе кисен йылы мөхиттә үткәреү һәм ял итеү өсөн бөтә ғаиләгеҙ менән килегеҙ.
Барлыҡ сеанстарға инеү ирекле.