г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

«Еңеү территорияһы»

«Еңеү территорияһы»

Халыҡ-ара «Еңеү территорияһы» проектында ҡатнашыусы Республика Хәрби Дан музейы IV «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһендә күләмле патриотик интерактив майҙансыҡ «Еңеү территорияһы» ойошторҙо.

Бөгөн китап форумы өс көнлөк эшен тамамлай. 28-30 майҙа «Еңеү территорияһы» сатырында тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм патриотизм тәрбиәләүгә йүнәлтелгән тиҫтәләгән саралар: осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, патриотик акциялар һәм күргәҙмәләр үтә.

«Еңеү территорияһы»на килеүселәр героик үткәндәр атмосфераһына сумыу, ата-бабаларының батырлыҡтарын асыҡлау һәм илдең бөйөк тарихына үҙ ҡағылышын тойоу өсөн уникаль мөмкинлек ала.

Майҙансыҡтағы күргәҙмәләр халыҡтың батырлығын һәм сыҙамлығын асыҡ сағылдыра. Интерактив акциялар ҡатнашыусыларҙы шул йылдар ваҡиғаларын тәрән аңлауға йәлеп итә.

Музейға килеүселәр араһында ла, күсмә сараларҙа ла ҙур популярлыҡ менән файҙаланған «МХО яугиренә хат» акцияһы айырыуса әһәмиәткә эйә. «Китап байрамын»да яугирҙәргә хат яҙылды. «Еңеү территорияһы» сатырына килеүселәр фронтҡа 100-ҙән ашыу хат тапшырҙы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙҙәренең теләктәшлеген һәм хөрмәтен белдерҙе.

Шулай итеп, «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһендә «Еңеү территорияһы» майҙансығы китап форумының бер өлөшө генә түгел, ә үҙ тарихын ҡәҙерләгән һәм уның менән ғорурланған һәр кем өсөн ысын ҡыҙыҡһыныу үҙәге булды.

Халыҡ-ара «Еңеү территорияһы» проекты 2017 йылда «Еңеү» музейы (Мәскәү ҡалаһы) инициативаһы буйынса эшләй башлай. Проект Рәсәйҙең 87 төбәгенән һәм 7 сит илдән 318 музейҙы, йылына 7 меңдән ашыу музей хеҙмәткәрен һәм 10 миллион кешене берләштерә.

Ул XX быуаттың хәрби тарихы буйынса берҙәм арауыҡ булдырыуға һәм Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауға йүнәлтелгән. Проекттың төп маҡсаты – Еңеүселәр быуыны менән бәйләнеште өҙмәҫкә һәм йәштәргә Рәсәй тарихына үҙ ҡағылышын тойорға ярҙам итеү.

Бер һүҙ менән әйткәндә, Халыҡ-ара «Еңеү территорияһы» проекты дөйөм музей һәм мәғлүмәт киңлеген булдыра, унда тарихыбыҙҙың иң сағыу биттәре эмоциональ яҡтыртыла.

Режим работы:

Вт-Вс с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55