Башҡортостанда өс төп телеканалда 13 сәғәттән ашыу эфирҙа «Еңеү өсөн барыһы ла» телемарафоны үтте.
Масштаблы акция БСТ, «Башҡортостан 24» һәм «Бөтә Өфө» телеканалдары журналистарын берләштерҙе. Улар бер туҡтауһыҙ режимында төбәгебеҙҙең яугирҙәребеҙгә һәм фронтҡа нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.
Төп темаларҙың береһе – тарихи хәтер булды.
«Бөтә Өфө» телеканалы эфирында Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәйев музей эшенең яңы кимәлгә күтәрелеүе хаҡында һөйләне. Ил Президентының һәр төбәктә махсус хәрби операцияға һәм унда ҡатнашыусыларҙың батырлығына арналған музейҙар һәм экспозициялар булдырыу тураһындағы күрһәтмәһен үтәп, республикабыҙ был йәһәттән алдынғылар рәтендә бара.
Бөгөн Хәрби Дан музейы ябай ғына артефакттар һаҡлағысы түгел, ә ысын методик үҙәк булып тора. Ошо эшмәкәрлек арҡаһында тематик күргәҙмәләр эре ҡалаларҙа ғына түгел, хатта республиканың Өфөнән иң алыҫ ерҙәрендәге китапханаларҙа һәм мәҙәниәт йорттарында ла барлыҡҡа килде. Һандар үҙҙәре үк һөйләй: төбәктә 200-ҙән ашыу экспозиция асылған, ә музей фондтары туранан-тура алғы һыҙыҡтан килтерелгән өс мең уникаль предмет менән тулыланған.
Әммә музейҙарҙың эше тик күргәҙмәләр менән генә сикләнмәй. Хәҙер улар Ватанды һаҡлаусыларҙы һәм уларҙың яҡындарын социаль-мәҙәни реабилитациялау өсөн мөһим майҙансыҡҡа әйләнә. Батырлыҡ дәрестәре, ветерандар менән осрашыуҙар, патриотик квиздар һәм түңәрәк өҫтәлдәр кешеләргә йәмғиәттең ярҙамын тойорға ярҙам итә. Йыл башынан алып ҡына ла бындай сараларҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларынан 17 меңгә яҡын кеше булды, ә үткәрелгән осрашыуҙарҙың дөйөм һаны 2800-ҙән ашты.
Илшат Үтәйев фекеренсә, телемарафон бөгөн Башҡортостанда һәр кеше Еңеү эшенә үҙ өлөшөн индерә, замандаштарыбыҙҙың батырлығы тураһындағы хәҡиҡәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлай икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Сығышының аҙағында Илшат Ислам улы үҙе яҙған шиғырҙы уҡып ишеттерҙе. Шиғыр олатайҙарыбыҙҙың батырлығын бөгөнгө быуындың Ватанды һаҡлауҙағы бәйләнешен сағылдыра.
«Все для Победы»
Девиз страны: «Все для Победы!»
Вмещает лишь одна строка,
Но сразу вспоминаешь – деды
Так поднимались на врага!
Объединившись, победили,
Хоть и противник сильным был.
Хребет фашизму преломили –
Тогда Победой каждый жил!
Ее там приближали вместе –
И фронт, и тыл, и стар, и млад.
Плечом к плечу – намного легче
Преодолеть смогли тот ад.
Сейчас у нас одна задача –
Объединить СВОю страну!
Все для Победы! Все для фронта!
Вперед за Родину свою!