Фронт эте көнөндә Республика Хәрби Дан музейында йылы һәм мөһим сара үтте. 172-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Башҡортостан Республикаһының «Аҡтырнаҡ» ярҙамсы эттәр хужалары клубы етәксеһе Гүзәл Хәсәнова һәм уның дүрт аяҡлы ярҙамсыһы Дэнни менән осрашты.
Балалар һуғыш йылдарында кешеләр менән бергә хеҙмәт иткән, фронтта ярҙам иткән (элемтәсе, санитар, сапёр булған, объекттарҙы һаҡлаған) тоғро дүрт аяҡлы дуҫтарға арналған был мөһим байрамдың тарихы менән танышты. Улар — тоғролоҡтары һәм ҡыйыулыҡтары менән тәрән хөрмәткә лайыҡ булған ысын геройҙар.
Осрашыу тик үткәндәр тураһындағы һөйләүҙәр менән генә сикләнмәне. Балалар хәҙерге заман эттәре һәм уларҙың төрлө хеҙмәте тураһында белемдәрен киңәйтте. Күҙе насар күреүселәр өсөн юл күрһәтеүсе (поводырь) кеүек мөһим һәм изге һөнәргә эйә булған эткә айырым иғтибар бүленде. Гүзәл Вилис ҡыҙы бындай эттәрҙең мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ни тиклем алмаштырғыһыҙ булыуҙары, уларҙың нисек күҙҙәре һәм ышаныслы юлдаштарына әйләнеүҙәре хаҡында һөйләне.
Был ҡатмарлы, әммә бик кәрәкле һөнәрҙе күбеһенсә лабрадор тоҡомло эттәр үҙләштерә икән. Был аҡыллы һәм сабыр хайуандарҙы махсус үҙәктәрҙә оҙайлы өйрәтәләр.
Осрашыуҙың кульминацияһы булып Гүзәл Хәсәнованың оҫта етәкселеге аҫтында Дэнниҙең үҙенең ғәжәйеп һәләттәрен күрһәтеүе торҙо. Ҡунаҡтар дүрт аяҡлы дуҫтың аҡыллылығына, тәртиплелегенә һәм изгелегенә хайран ҡалды. Балалар эттең һәр хәрәкәтен һоҡланып күҙәтте, һәр бер үтәлгән эш артында ни тиклем ҙур әҙерлек үткәнен һәм уларҙың хеҙмәтенең ни тиклем мөһим булыуын аңланы.
Ҡыҙыҡлы әңгәмәнән һуң балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе һәм Ярҙамсы эттәр клубынан бүләктәр алды.
Сара аҙағында балалар ҡул эше башҡарҙылар, эттәрҙең хәҙерге заман хеҙмәте тураһында фильм ҡаранылар, музей менән таныштылар.
Был осрашыу кешеләр өсөн күп эштәр башҡарған хайуандарға ҡарата изгелек, яуаплылыҡ һәм хөрмәт дәресе булды. Балалар музейҙан яңы белемдәр, сағыу тәьҫораттар һәм, әлбиттә, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға ҡарата тағы ла ҙурыраҡ мөхәббәт менән ҡайтып киттеләр.