г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

Х халыҡ-ара «Рус цивилизацияһы» фотоконкурсы

Х халыҡ-ара «Рус цивилизацияһы» фотоконкурсы

Х халыҡ-ара «Рус цивилизацияһы» фотоконкурсы

«Рус цивилизацияһы» фотоконкурсы Рәсәйҙең һәм бөтә донъяның фотографтарын берләштерә. Ул тәүге тапҡыр 2017 йылда үткәрелде һәм уның популярлығы йылдан-йыл арта бара. Ул саҡта конкурсҡа 28 илдән 1,8 мең кеше 10 мең фотоһүрәт ебәргәйне. 2025 йылда конкурсҡа Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 3,4 меңдән ашыу авторҙан 19,5 меңдән күберәк эш килде. Фотоконкурстың маҡсаты — граждандарҙың иғтибарын рус мәҙәниәтенең сығанаҡтарына һәм традицияларына йәлеп итеп, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе гармониялаштырыу һәм Рәсәй халыҡтарының этно-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итеү. Әлеге ваҡытта эштәрҙе ҡабул итеү дауам итә.

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:

Уникаль тәбиғәт. Рәсәй тәбиғәтенең (урмандар, йылғалар, күлдәр, тауҙар, болондар һ.б.) уникаль күренештәрен, матурлығын, сәйәхәтселәргә билдәһеҙ булған мөйөштәрен, ҡырағай тәбиғәтен сағылдырған пейзаж фотоһүрәттәре. Фотоларҙа хайуандар ҙа, ҡоштар ҙа төшөрөлөргә мөмкин.

Йөҙҙәр һәм быуындар. Милли колоритты сағылдырған һәм урыҫ характерын, кеше күңеленең үҙенсәлеген һәм серлелеген асҡан портрет планындағы (кешеләрҙең яңғыҙ, парлы йәки төркөмләп төшкән) фотоһүрәттәр.

Ҙур ил традициялары. Мәғлүмәт һәм яңы технологиялар быуатында ла үҙ мираҫын — традицияларын, йолаларын һәм быуындарҙың күп быуатлыҡ бәйләнешен (милли байрамдар, туйҙар, боронғо йолалар) юғалтмаған күп милләтле Рәсәй халыҡтарының үҙенсәлеген асҡан репортаж фотоһүрәттәре.

Архитектура һәм скульптура. Халыҡ традицияларын һаҡлаған һәм рус төҙөлөш сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләгән сәнғәт ҡомартҡыларының да, боронғо рус мәҙәниәте элементтарын тергеҙгән һәм милли үҙенсәлектәрҙе (уникаль биналар, скульптура, стена һүрәттәре, уйып яһалған ҡапҡалар һ.б.) сағылдырған заманса архитектура ҡоролмаларының да уникаллеген күрһәткән фотоһүрәттәр.

Рухи терәктәр. Рус цивилизацияһының рухын, уның үҙенсәлеген һәм цивилизация юлын сағылдырған портрет планындағы (кешеләрҙең яңғыҙ, парлы йәки төркөмләп төшкән) һәм пейзаж (изге урындар һәм дини объекттар) фотолар.

Ғаилә ҡиммәттәре. Рәсәй халыҡтары ғаиләләренең милли колоритын сағылдырған һәм уларҙың традицияларын, йолаларын һәм ҡиммәттәрен асҡан фотоһүрәттәр (кешеләрҙең яңғыҙ, парлы йәки төркөмләп төшкән).

Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй халыҡтары йорто» дәүләт бюджет учреждениеһының махсус номинацияһы – «Рәсәй – ғаиләләр ғаиләһе». Ғаилә хроникаһын (бер ғаиләнең бер нисә быуыны вәкилдәре төшкән кадрҙар), ғаилә династияларын (хеҙмәт, ижади йәки хәрби) һәм күп милләтле ғаиләләрҙе (Рәсәйҙең төрлө халыҡтары мәҙәниәте үрелеп барған ғаиләләрҙәге берҙәмлекте һәм гармонияны сағылдырған фотоһүрәттәр) һүрәтләгән эштәр ҡабул ителә. Һәр фотоһүрәткә ғаиләнең ҡыҫҡаса тарихы – уның йолалары һәм быуындан-быуынға тапшырылған ҡиммәттәр тураһында яҙма ҡушылырға тейеш.

Ғаризалар фотоконкурстың сайтында 12 октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурста 18 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессиональ фотографтар ҙа – енесенә, йәшәгән урынына һәм шөғөлөнә ҡарамайынса – ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусы 7 номинацияның һәр береһендә 1-ҙән 5-кә тиклем фотоһүрәт ебәрә ала (дөйөм алғанда, бер кеше 35-тән артыҡ һүрәт урынлаштыра алмай). Фотоконкурста 2021 йылдан иртәрәк төшөрөлмәгән эштәр генә ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе профессиональ жюри һайлап ала. Һәр номинацияла иң күп балл йыйған конкурс эштәре билдәләнә, улар нигеҙендә һәр номинацияла тәүге 3 урын, шулай уҡ Фотоконкурстың Гран-прийы билдәләнә. Профессиональ жюриның еңеүселәренән тыш, Фотоконкурс сайтына инеүселәрҙең тауыш биреүе нигеҙендә «Тамашасылар һөйөүе призы» өҫтәмә номинацияһында ла еңеүселәр билдәләнә.

Ойоштороусылар: Рәсәй Федерацияһының Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы (ФАДН России), Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эштәре, сит илдә йәшәгән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ (Россотрудничество).

Режим работы:

Вт-Вс с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55