г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

«Комдив яҙмышы»

«Комдив яҙмышы»

Еңеү паркында легендар комдив, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 127 йыл тулыуға арналған «Комдив яҙмышы» тип аталған иҫтәлекле акция үтте.

Миңлеғәле Шайморатов Волганан Эльбаға тиклем һуғыш юлы үткән 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының беренсе командиры булараҡ билдәле.

Ҡунаҡтар легендар генералдың тормош юлы менән танышты, «Еңеү» тигән өҫтәл уйынында һәм «Герой юлы» викторинаһында ҡатнашты. «Шайморатовсылар: легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Музей бинаһында лекциялар ойошторолдо.

Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһы яҙылған иҫтәлекле буклеттар тапшырылды.

 

Режим работы:

Вт-Вс с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55