Еңеү паркында легендар комдив, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 127 йыл тулыуға арналған «Комдив яҙмышы» тип аталған иҫтәлекле акция үтте.
Миңлеғәле Шайморатов Волганан Эльбаға тиклем һуғыш юлы үткән 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының беренсе командиры булараҡ билдәле.
Ҡунаҡтар легендар генералдың тормош юлы менән танышты, «Еңеү» тигән өҫтәл уйынында һәм «Герой юлы» викторинаһында ҡатнашты. «Шайморатовсылар: легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Музей бинаһында лекциялар ойошторолдо.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһы яҙылған иҫтәлекле буклеттар тапшырылды.