г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

«Күктәрҙе яулап» музей акцияһы

«Күктәрҙе яулап» музей акцияһы

 

Республика Хәрби Дан музейы Рәсәйҙең граждандар авиацияһының 100 йыллығына арналған  «Күктәрҙе яулап» музей акцияһында ҡатнашырға саҡыра. 2023 йылдың 7 февраленән алып 9 февраленә тиклем музейҙа «Башҡортостан 1941–1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» экскурсияһы һәм Рәсәйҙең граждандар авиацияһының 100 йыллығына арналған «Күктәрҙе яулап» лекцияһы уҙғарыласаҡ.

Лекция барышында тыңлаусылар авиацияның үҫеш тарихы, тәүге самолеттар һәм СССР-ҙың билдәле авиаконструкторҙары менән таныша ала. Шулай уҡ акция ҡатнашыусылары иғтибарына «Нюрнберг һабаҡтары», «Сталинградтың мәңгелек уты» һәм «СССР-ға рәхим итегеҙ!» күргәҙмәләре тәҡдим ителә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55