Рәсәй хәрби тарих мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға индергән шәхси өлөшө, шулай уҡ Рәсәй хәрби тарих йәмғиәте эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәевҡа рәхмәт белдерелде.
Дипломды Башҡортостандың төп хәрби музейы етәксеһенә Рәсәй хәрби тарих йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы IV «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһендә РХТЙ төбәк бүлексәһенең попечителлек советы ултырышы сиктәрендә үтте.
Журналистарға биргән интервьюһында Илшат Үтәев 2016 йылдан алып РХТЙ ағзаһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Хәрби Дан музейы директоры булараҡ, параллель рәүештә йәмғиәт эшен алып бара, 2025 йылға тиклем төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры була.
Уның һүҙҙәренсә, ошо ойошмала эшләү арҡаһында республиканың төп хәрби музейы бер нисә мөһим проектты тормошҡа ашыра. Атап әйткәндә, музей сайтында «Аудиолекция» проекты эшләй. Унда Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осоронда индергән өлөшө хаҡында өс телдә бәйән ителә. Бынан тыш, былтыр музейҙа «МХО» (Махсус хәрби операция) залы булдырылды, унда республика яугирҙәре ҡаһарманлығы сағылдырыла.
– Яңы «МХО» залы өсөн мәғлүмәт РХТЙ ярҙамында йыйналды, – тип билдәләне Илшат Ислам улы.
Ул башҡарма директор булып эшләгән йылдарҙа республикала Советтар Союзы Геройҙары һәм Дан орденының тулы кавалерҙары уҡыған мәктәптәрҙә 10 һәйкәл һәм 150-гә яҡын мемориаль таҡтаташ ҡуйылыуы хаҡында һөйләне.
Республика Хәрби Дан музейы директорынан тыш, Рәсәй хәрби тарих йәмғиәте эшмәкәрлегендә Рәсәй хәрби тарих мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға индергән шәхси өлөшө өсөн Рәсәй хәрби тарих йәмғиәтенең төбәк бүлегенең хәҙерге башҡарма директоры Ильясов Тимурға һәм РХТЙ Башҡортостан республикаһындағы бүлек Советы ағзаһы Валентина Латиповаға рәхмәт белдерелде.
– Беҙ бергәләп ҙур эш башҡарабыҙ. Төрлө вазифа биләүебеҙгә ҡарамаҫтан, йәмғиәт эше беҙҙе берләштерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илшат Ислам улы.