Бөгөн, 8 сентябрҙә, илебеҙҙә тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнә. Был дата Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылдың 4 ноябрендәге Указы менән раҫланған.
Был көн шағир Рәсүл Ғамзатовтың тыуған көнөнә тап килтерелгән. Уның ижады халыҡтар дуҫлығы символына әйләнгән. Рәсүл Ғамзатовты авар, дағстан һәм урыҫ кешеһе тип танырға була.
Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө уңайынан Республика Хәрби Дан музейында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары өсөн «Башҡортостан 1941–1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» тигән темаға башҡорт телендә экскурсия үтте.