24–26 сентябрҙә Бөрөлә бер юлы өс федераль туристик премияның һайлап алыу ярымфиналы үтте: «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсы, Russian Event Awards халыҡ-ара ваҡиғалар туризмы премияһы һәм «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы.
Быйыл ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 20 төбәгендәге 31 пункттан 460 ғариза килде. Ярымфинал илдең төрлө төбәктәренән туристик ваҡиғалар авторҙарын, маршруттар һәм сувенирҙар эшләүселәрҙе берләштерҙе.
«Иң яҡшы музей экскурсияһы» номинацияһында ике экскурсия тәҡдим иткән Республика Хәрби Дан музейының һөҙөмтәләре айырым иғтибарға лайыҡ:
«Бравые каникулы» («Батыр каникулдар») интерактив экскурсия программаһы (авторы — фәнни-ағартыу эше бүлеге мөдире Файзуллина Зилә Мансур ҡыҙы) 2-се урынды яуланы һәм конкурс финалына үтте.
«Рәсәй. Донбасс. СВО» экспозицияһы буйынса экскурсия (авторы — музейҙы үҫтереү бүлеге мөдире Нурасова Лилиә Әмир ҡыҙы) «Йәштәргә патриотик тәрбиә биргән өсөн» махсус дипломы менән билдәләнде.
Музей коллективын ҡотлайбыҙ һәм финалда уңыштар теләйбеҙ!