19 сентябрҙә Рәсәйҙә һөнәри байрам — Ҡорал яһаусылар көнө билдәләнә. Ул 2011 йылда ил ҡоралын булдырыусылар башланғысы менән ойошторолған. Байрам датаһы Рәсәй конструкторҙарының тарихи роле менән бәйле һәм күренекле инженер Михаил Тимофеевич Калашниковтың тыуған көнөнә тап килтерелгән. Уның илебеҙҙең именлеген нығытыуға индергән өлөшөн баһалап бөткөһөҙ, ә ул уйлап тапҡан автомат бөтә донъяла ышаныслы ҡорал булып һынала.
Ошо дата хөрмәтенә Республика Хәрби Дан музейында тантаналы сара үтте. Унда килеүселәр ҡорал яһау донъяһына сумды: Михаил Калашниковтың биографияһы менән таныштылар, билдәле ҡорал тураһындағы белемдәрен тикшереү өсөн викторинала ҡатнаштылар.
Сара сиктәрендә музей фондтарынан алынған мөһим ҡорал өлгөләренән махсус күргәҙмә ойошторолдо.