Республика Хәрби Дан музейы Санкт-Петербургтың А. Л. Штиглиц исемендәге дәүләт сәнғәт-сәнәғәт академияһы уҡытыусыһы Артур Абдуллаевтың «СВОй взгляд: лица, образы» («Үҙ ҡарашым: шәхестәр, образдар») тигән уникаль күргәҙмәһен ойоштора.
Күргәҙмә 16 июлдә асыла.
Проекттың идеяһы Кавказдағы «Заоблачный фронт» («Болот артындағы фронт») патриотик сәфәре ваҡытында тыуа. Унда Артур Марух тарлауығында эҙәрмәндәр экспедицияһында ҡатнаша һәм Эльбрусҡа күтәрелә. Рәссамдың ҡулында скетчбук була. Ул тирә-яҡтағы күренештәрҙе: реконструкцияны, совет армияһы формаһындағы егеттәрҙе һәм портсигар, фляжка кеүек артефакттарҙы – төшөрә.
Автор «СВОй взгляд: лица, образы» («Үҙ ҡарашым: шәхестәр, образдар») күргәҙмәһенең тулыһынса МХО яугирҙарының батырлығына арналғанын әйтә.
— «МХО – был беҙҙең ысынбарлыҡ. Рәссам булараҡ, мин был осорҙа сағылған батырлыҡты, фажиғәне, сыҙамлылыҡты һәм кешелеклелекте аңлауҙан ситтә ҡала алмайым. Күргәҙмәбеҙҙең бөтә экспозицияһы яугирҙарҙың батырлығына һәм иң ауыр ваҡыттарҙа ла йәшәргә һәм ижад итәргә ынтылған кеше рухының тәрәнлегенә арналған», – ти Артур Абдуллаев.
Күргәҙмә, бер дөйөм фекерҙе сағылдырып, «Йөҙҙәр» һәм «Образдар» өлөшөнән тора.