Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк республиканан йөҙҙәрсә комсомол үҙ теләге менән фронтҡа китә. Һуғыш йылдарында Башҡортостандан 120 меңдән ашыу ленинсы йәштәр төрлө фронттарҙа һуғыша. ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты фронтҡа комсомол мобилизацияһы ойоштора, 35 мең кеше халыҡ ополчениеһы программаһы буйынса хәрби әҙерлек үтә. Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында ғына 500-гә яҡын комсомол ағзаһы иҫәпләнә. Республиканан Александр Матросов, Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройҙары – Зөбәй Үтәғолов, Александр Старцев, Мәғүбә Сыртланова комсомол ағзалары була. Тылда эшләгән йәштәр “Башҡортостан комсомолы” авиация эскадрильяһын төҙөүгә – 13 326 000 һум, “Башҡортостан пионеры” танк колоннаһына 927 000 һум аҡса йыя.