г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

6. Энергетика. Электротехника сәнәғәте предприятиелары

Энергияны күпләп талап иткән производстволар, сәнәғәт төҙөлөшө киң ҡолас алған, транспортҡа мохтажлыҡ артҡан шарттарҙа энергетика системаһы ҡеүәтен үҫтереүгә ҙур ихтыяж тыуа.

Хөкүмәт сәнәғәттең төп тармаҡтарын, шул иҫәптән энергетиканы, кадрҙар менән тәьмин итеү йәһәтенән ашығыс саралар күрә.

Өфө электр станцияларында 44 комсомол йәштәр бригадаһы ойошторола. Өфө энергетика комбинаты нигеҙендә 700 уҡыусыға иҫәпләнгән 9-сы һөнәрселек училищеһы асыла.

Ишембайҙығы, Стәрлетамаҡтағы нефть промыслаларын һәм предприятиеларын Ишембай ТЭЦ-ы энергия менән тәьмин итә.

Белоретта һәм Туймазыла электр станциялары, шулай уҡ тиҫтәләгән бәләкәй ауыл ГЭС-ы сафҡа инә.

1941 – 1945 йылдарҙа республикалағы электр станцияларының ҡеүәте – икеләтә, ә электр энергияһы сығарыу күләме 2,5 тапҡырға арта.

Эвакуацияланған ете заводты берләштергән электротехника сәнәғәте йылдам үҫә. Улар, нигеҙҙә, оборона продукцияһы: танкылар һәм самолеттар өсөн электр ҡорамалдары, хәрби караптар өсөн приборҙар, электроакустика аппаратураһы, аккумулятор батареялары һ.б. сығара. Ленинградтан күсерелгән “Красная заря” заводында 20 төрлө хәрби-ялан элемтә аппараты, шул иҫәптән индукторлы һәм фонлы хәрби-ялан телефон аппараты, ике сымлы телефон ҡулайламалары, портатив ялан телефондары сығарыла.

Мәскәүҙең – “Электропривод” һәм “Металлорукав”, Подольскиҙың – “Виниллпровод” һәм Одессаның “Электрошнур” кабель заводтарының ҡорамалдары берләштерелә. Ошо нигеҙҙә ҡоралланыу, боеприпастар, авиация һәм электр сәнәғәте наркоматтары өсөн продукция етештергән Өфө кабель заводы асыла.

Электр продукцияһы авиация һәм танк сәнәғәтен үҫтереүҙә, фронт элемтәһе сараларын туплауҙа ҙур әһәмиәткә эйә була.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55