г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

42. БАССР-ҙың Бөтә Союз ленинсы коммунистик йәштәр союзы (ВЛКСМ)

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк республиканан йөҙҙәрсә комсомол үҙ теләге менән фронтҡа китә. Һуғыш йылдарында Башҡортостандан 120 меңдән ашыу ленинсы йәштәр төрлө фронттарҙа һуғыша. ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты фронтҡа комсомол мобилизацияһы ойоштора, 35 мең кеше халыҡ ополчениеһы программаһы буйынса хәрби әҙерлек үтә. Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында ғына 500-гә яҡын комсомол ағзаһы иҫәпләнә. Республиканан Александр Матросов, Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройҙары – Зөбәй Үтәғолов, Александр Старцев, Мәғүбә Сыртланова комсомол ағзалары була. Тылда эшләгән йәштәр “Башҡортостан комсомолы” авиация эскадрильяһын төҙөүгә – 13 326 000 һум, “Башҡортостан пионеры” танк колоннаһына 927 000 һум аҡса йыя.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55