г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

31. Ленинград блокадаһы

Ленинградты яулап алыу фашист армияһы етәкселеге өсөн ғәйәт ҙур сәйәси һәм стратегик әһәмиәткә эйә була. 1941 йылдың 30 авгусына Ленинградты СССР биләмәһе менән тоташтырған тимер юл бәйләнеше өҙөлә. Ә 8 сентябргә ҡоро ер бәйләнеше лә тулыһынса юҡҡа сыға. Тап шуға күрә 8 сентябрь Ленинград блокадаһы башланған көн булараҡ билдәле.

900 көнгә һуҙылған блокада ҡала халҡы өсөн ғәйәт ауыр һынау була. Оло Ер менән бәйләнешкә Ладога күле аша ғына инәләр, ҡышын иһә боҙ өҫтөнән йөрөйҙәр. Блокада башланған мәлдә ҡалала 2 миллион 544 мең кеше иҫәпләнә.

Келәттәрҙә аҙыҡ-түлектең етерлек күләмдә тупланмауы, 1941 йылғы иртә башланған ҡаты һыуыҡтар хәлде тағы ла ауырайта төшә. Аслыҡтан һәм һалҡындан меңдәрсә кеше ҡырыла. Ладога туңғас ҡына бер аҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә башлайҙар. Боҙ трассаһы ленинградтар өсөн ысын мәғәнәһендә Йәшәү юлына әүерелә. Халыҡтың бер өлөшө, 500 меңгә яҡыны, боҙ өҫтөнән эвакуациялана.

Һөжүм ваҡытында ҡалаға 150 мең снаряд һәм 100 мең бомба яуҙырыла. Ябай халыҡ бик ауыр хәлдә ҡала. Блокаданың тәүге ҡышы айырыуса ауыр була. Эшселәр өсөн икмәктең нормаһы – 250 грамм тәшкил итһә, хеҙмәткәрҙәр, балалар һәм башҡалар өсөн икеләтә кәмерәк билдәләнә. Ашарға яраҡлы бөтә нимә менән туҡланалар. Тиҙҙән һыу тәьминәте селтәре сафтан сыға. Халыҡ һыуҙы Неванан ала башлай. Ҡыш йылылыҡтың булмауы аслыҡ менән берлектә тағы ла ауыр һынауға әүерелә.

Шулай ҙа Ленинград бирешмәй. Кешеләр эшләй, предприятиелар һуғыш кәрәк-ярағы етештерә, сафтан сыҡҡан техниканы йүнәтә. Декабрь аҙағына ҡалалағы халыҡтың күпселеге һәләк була, икмәк паегы икеләтә арта.

1943 йылдың 12 – 30 ғинуарында Ленинград, Волхов фронттары һәм Балтик флотының уртаҡ тырышлығы менән хәрби операция ойошторола. Һөҙөмтәлә Ладога өҫтөндәге боҙҙа 8-12 километр киңлектәге коридор асыла. Был юл ҡаланы Оло Ер менән тоташтыра.

1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград дошман блокадаһынан тулыһынса азат ителә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55