г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

1. Һуғыштың башланыуы

Совет кешеләренең күпселеге кеүек үк, Башҡортостан халҡы ла, һуғыш башланыуы тураһында 1941 йылдың 22 июнендә төш ваҡытында сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссары В.М. Молотовтың сығышынан хәбәрҙар була.

Һуғыштың тәүге көндәрендә үк меңдәрсә кеше – йәше-ҡарты, төрлө һөнәр эйәләре фронтҡа ебәреүҙе һорап, партияның һәм комсомолдың ҡала, район комитеттарына, хәрби комиссариаттарға мөрәжәғәт итә. 22 июндә СССР Юғары Советы Президиумы республикаларҙа һәм өлкәләрҙә 1905 – 1916 йылдарҙа тыуған хәрби бурыслыларҙы һәм хеҙмәткә яраҡлы 1922 – 1923 йылғыларҙы мобилизациялау тураһында Указ ҡабул итә. Һауа-десант ғәскәрҙәренә, гвардия миномет частарына, радистар мәктәбенә, үҙәк снайперҙар курсына партия һәм комсомол саҡырыуҙары иғлан ителә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55