г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

22. Мәскәү өсөн һуғыш

(1941 йылдың сентябре – 1942 йылдың апреле)

Сентябрь аҙағына дошман Мәскәүгә яҡынлаша. Баш ҡалаға 300 километр ҡала. Немецтар Ленинград эргәһенә килеп етә, Ҡырымға бәреп инә. Ямғырҙар һәм һалҡындар башланғанға тиклем “Барбаросса” планы маҡсаттарына өлгәшеү өсөн немец-фашист командованиеһына ашығырға тура килә. Хәл иткес операцияны тормошҡа ашырыуға Гитлер командованиеһы “Үҙәк” армиялар төркөмө составында 1,8 миллион кеше, 14 меңдән ашыу орудие һәм миномет, 1,7 мең танк, 1390-ға яҡын самолет йәлеп итә.

Немец-фашист ғәскәрҙәренең Мәскәүгә һөжүме 30 сентябрҙә Брянск һәм 2 октябрҙә Вязьма йүнәлештәрендә башлана. II Донъя һуғышында Мәскәү янындағы иң ҙур алыштарҙың береһе 1 мең километрлыҡ арауыҡта бара һәм алты айҙан ашыу дауам итә. Был һуғыш көсөргәнешлеге һәм аяуһыҙлығы менән айырылып тора.

Башта дошман ҡеүәтле һөжүме менән совет ғәскәрҙәренең оборонаһын өҙә, ҙур танкылар хәрәкәте менән уларҙың тылына сығып, Брянск һәм Вязьма эргәһендә дүрт фронт ғәскәрен ҡамауға ала. Мәскәүгә 80-100 километр ғына ҡала. Октябрь уртаһында Мәскәү өсөн иң ауыр көндәр башлана. Волокаламск, Можайск, Малоярославец йүнәлештәрендә совет ғәскәрҙәренең ҡаршылығы артҡандан-арта бара, һәм октярь аҙағына немецтарҙың Мәскәүгә ынтылышы ҡырҡа һүлпәнәйә. Илебеҙҙең баш ҡалаһын ҡаһармандарса оброналау 67 тәүлек дауам итә, дошман туҡтатыла.

1941 йылдың 5 декабрендә Калинин фронты ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Ғәйәт ҙур тырышлыҡ менән 1942 йыл башына улар дошман төркөмдәрен ҡыйратып, Мәскәүҙән 100-250 саҡрымға алып ташлай, 11 меңдән ашыу ауыл-ҡаланы азат итә.

Шулай итеп, Гитлер командованиеһының йәшен тиҙлегендәге һуғыш планы өҙөлә. “Еңелеү белмәҫ армия” беренсе тапҡыр ҙур уңышһыҙлыҡҡа осрай. Мәскәү эргәһендә генә немец-фашист ғәскәре миллиондан ашыу һалдатын юғалта.

Башҡортостанда төҙөлгән 186-сы Ҡыҙыл Байраҡлы Брест уҡсылар дивизияһы, 21-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 170-се уҡсылар дивизияһы һәм башҡа хәрби берләшмәләр Мәскәү янында һуғыша.

Республикабыҙҙан меңдәрсә яугир ҡатнаша был алышта. 1941 йылдың октябрь-ноябрендә Башҡортостанда тупланған запас уҡсылар бригадалары һәм полктары яуҙағы берләшмәләрҙе һәм частарҙы тулыландырыуға йәлеп ителә.

Мәскәүҙе һаҡлап ҡаһармандарса алышҡан яугирҙәр араһында Советтар Союзы Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары байтаҡ.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55