г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

43. Көнбайыш Европа илдәрендә хәрби хәрәкәттәр

1944 йылда совет ғәскәрҙәре Көнсығыш Пруссия, Румыния, Болгария, Чехословакия һәм Югославия биләмәһендә алыша.

1945 йылғы һуғыштарҙа Висла-Одер стратегик һөжүм операцияһы айырым әһәмиәткә эйә. Был операция 1945 йылдың 12 ғинуарынан 3 февралгә тиклем 1-се Белоруссия һәм 1-се Украина фронттары ғәскәрҙәре тарафынан Польшаны азат итеү маҡсатында үткәрелә.

23 көн дауам иткән һөжүм барышында совет ғәскәрҙәре Польшаның ҙур өлөшөн азат итә, Германия биләмәһенә аяҡ баҫып, Одер йылғаһына сыға. Уны кисеп, көнбайыш ярҙағы бер нисә плацдармды яулай. Совет ғәскәрҙәренең уңышы Померанияла, Силезияла һәм Берлин йүнәлешендә һөжүм итеү өсөн шарттар тыуҙыра.

1945 йылдың ғинуар аҙағы – февраль башында 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Одерҙы кисеп, Берлинға яҡынлаша, ҡалаға тиклем 60 саҡрым самаһы ҡала.

1945 йылдың 25 апрелендә Эльбала ике союздаш армия – советтар менән американдар – осраша. Һөҙөмтәлә Германия ҡораллы көстәренең ҡалған ғәскәре икегә – төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәргә бүленә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55