г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

12. Металлургия. Белорет металлургия заводы

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Белорет металлургия заводында ҡорос һәм суйын етештереү 1,5 тапҡырға арта. Һуғыш йыларында бында тулайым продукция етештереү күләме 53 процентҡа үҫә. Белорет предприятиелары фронтты металл һәм металл әйберҙәр менән төп тәьмин итеүселәрҙең береһе була.

Башҡорт АССР-ына Харцызк һәм Одесса заводтарынан, шулай уҡ Мәскәүҙең “Серп и молот” заводындағы биметалл цехынан ҡорамалдар килтерелә. 1941 йылдың октябрендә үк юғары сифатлы ҡорос прокаты һәм уны иретеү алымы үҙләштерелә.

Башҡортостанда асылған балсыҡ, кварцит һәм магнезит ятҡылыҡтары нигеҙендә Белорет металлугия комбинатында утҡа сыҙамлы изделиелар етештерелә башлай.

1941 йылдың 8 декабрендә металлургия заводында Советтар Союзында беренсе тапҡыр Мартен ысулы менән шарикоподшипниктар өсөн металл иретелә.

1942 йылда илебеҙҙә тәүге тапҡыр ҡорос сым заводында айырыуса юғары ҡаршылыҡлы һәм теүәл колибрлы, углеродлы ҡорос сым сығарыуҙы үҙләштереү йәһәтенән эш тамамлана.

1942 – 1943 йылдарҙа СССР-ҙа беренсе тапҡыр ҡорос сым сығарыусылар феррит класындағы ҡатмарлы тимер-хром-алюмин ҡоросон ҡыҫып нәҙегәйтеү алымын үҙләштерә.

1944 йылда илдә тәүге тапҡыр тимер-хром-алюмин иретмәләренә ҡараған 8-се маркалы тиҙ киҫеүсән ҡоростан катанка (нәҙек сым) сығара башлайҙар. Оборона буйынса дәүләт комитеты ҡуйған бурысҡа ярашлы, металлургия заводында ашығыс рәүештә яндырғыс бомбалар һәм “Катюша” гвардия минометтары өсөн снаряд остары етештереү яйға һалына.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55