г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

16. Еңел сәнәғәт предприятиелары

Һуғыш йылдарында Өфө кизе-мамыҡ комбинаты, Бөрөлә, Өфөлә, Стәрлетамаҡта тегеү фабрикалары, Өфөлә, Дәүләкәндә күн заводтары, Стәрлетамаҡта һәм Дәүләкәндә аяҡ кейеме фабрикалары сафҡа инә. Әүәлге предприятиелар менән берлектә улар фронтты обмундирование һәм аяҡ кейемдәре, маскировка халаттары, патронташ, пистолет ҡаптары, ҡорал һәм бил ҡайыштары менән тәьмин итә. Стәрлетамаҡ күн заводы реконструкциялана.

Өфө күн галантереяһы фабрикаһында “Москожкомбинат” ҡатнашлығында кавалерия частары өсөн кәрәк-яраҡ сығарған ҡайыш-эйәр фабрикаһы ойошторола.

Һуғыштың башынан алып 1944 йыл уртаһына тиклем республиканың тегеү һәм аяҡ кейеме фабрикалары фронт өсөн 1 миллиондан ашыу шинель, 828 мең салбар, 776 мең гимнастерка, 1056 мең пилотка, 71 мең ҡыҫҡа тун, 528 мең пар аяҡ кейеме, противогаз өсөн 3 миллионға яҡын сумка тегә, туҡыу фабрикалары 2641 мең метр шинель буҫтауы сығара.

Промысла кооперацияһы 200 миллион һумлыҡ 20-нән ашыу төрҙәге оборона продукцияһы етештерә. Байтаҡ хәрби частар һәм берләшмәләр хәрби-инженерлыҡ, медицина-санитария, обоз-хужалыҡ, кейем-һалым, мөлкәт, химик һаҡлыҡ саралары, боеприпастар менән тәьмин ителә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55