г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

11. Мәғдән (руда) сығарыу

Башҡортостан биләмәһендә Фәндәр академияһы президенты Владимир Леонтьевич Комаров етәкселегендә ҡара һәм төҫлө металлургия секциялары әүҙем тикшеренеүҙәр алып бара. Илдә металл етештереү үҙәген тәшкил иткән Урал металлургияһын марганец менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкенләшә.

Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы райондарында мәғдәндә уның күләме 50 процентҡа еткән бай ятҡылыҡтар табыла. Был ятҡылыҡтар 1941 йыл аҙағында эшкәртелә башлай, сеймал Магнитогорск металлургия комбинатына ташыла.

Шул осорҙа бокситлы руда ятҡылыҡтарын асыу һәм эшкәртеү бурысы ҡуйыла. Ышаныслы сеймал сығанаҡтары, Салауат районында иһә юғары сифатлы бокситтар тупанған ҙур ятҡылыҡ табыла.

Сибай һәм Учалы райондарында яңы баҡыр колчеданы ятҡылығы асыла. 1942 йылда Учалы руднигында алтын сығарыу 39 процентҡа арта.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55