г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

14. Баймаҡ һәм Сибай баҡыр иретеү заводтары

1930 йылдар аҙағына Баймаҡ баҡыр иретеү заводында сульфидлы баҡыр рудаларын эшкәртеү талаптарына яуап биргән бүлексәләр, цехтар һәм транспорт-күтәреү саралары арсеналы барлыҡҡа килә. 1930 йылдар аҙағына баҡыр иретеү заводында ҡарайтылған баҡыр етештереү күләме 7 мең тоннаға етә.

Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа заводта ҙур реконструкция үткәрелә. Һөҙөмтәлә уның төп фондтары ярайһы уҡ байыға. Бында стахановсылар хәрәкәте киң ҡолас ала.

Баймаҡ баҡыр иретеү заводы Бөйөк Ватан һуғышының башында уҡ илде баҡыр менән күпләп тәьмин итә.

Әммә етештереүҙе артабан арттырыу өсөн заводты үҙгәртеп ҡороуға ихтыяж тыуа. Баймаҡҡа мәғдән ташыуҙа ҡыйынлыҡтар, төҫлө металға ҡытлыҡ тыуғанға күрә, Сибай ҡасабаһында баҡыр иретеү заводы төҙөлә. 1944 йылдың ғинуарында был завод тәүге ҡарайтылған баҡыр бирә. Сибай заводы продукция сығарыу күләмен байтаҡҡа арттырыуға булышлыҡ итә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55