Мәскәү өлкәһенең Клин ҡалаһынан күсерелгән Белорет станоктар эшләү заводында ҙур капиталь төҙөлөш башлана. 1942 – 1943 йылдарҙа механика, инструменттар, ҡойоу, термик цехтар, юғары вольтлы электр тапшырыуҙар линияһы сафҡа индерелә. Төҙөлөшкә 2 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Белорет ҡорос сым заводы авиация тросы, пружиналар, шарикоподшипник сымы һәм оборона заводтары өсөн 60-тан ашыу төрҙәге ҡорос сым сығарыуҙы үҙләштерә.