г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

21. 170-се уҡсылар дивизияһы (беренсе формированиеның)

170-се уҡсылар дивизияһы 1939 йылда Урал хәрби округында төҙөлә. Дивизия штабы һәм частарының күпселеге Стәрлетамаҡта урынлаша.

Дивизия тыныс ваҡыт штаты буйынса, нигеҙҙә, Башҡорт АССР-ы халҡы иҫәбенән ойошторола.

1941 йылдың 22 июненә дивизия Башкомандование резервындағы 22-се армияның 62-се уҡсылар корпусына индерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың икенсе көнөнә, 1941 йылдың 22 июнендә, дивизия частары фронтҡа китә башлай. 29 июндә тәүге эшелондар Псков өлкәһенең Кузнецовка һәм Себеж райондарында туҡтала.

1941 йылдың июнь аҙағы – июль башында дивизия, позицияла 186-сы уҡсылар дивизияһы частарын алмаштырып, нығытылған Себеж районында урынлаша.

3 июлдән дивизия частары Себеж районына һөжүм иткән моторлаштырылған “Т” SS дивизияһы частары менән һуғыша. 5 июль кисендә беҙҙең ғәскәрҙәр 5-6 километрға ҡыҫырыҡлана.

10 июлгә 51-се уҡсылар корпусының 170-се уҡсылар дивизияһы Кременец ҡалаһы, Кузнецовка станцияһы, Себеж күленең көнсығыш яры, Селява, Скоробово, Долгоново, Тепляки ауылдары эргәһендә дошман хәрәкәтен туҡтата.

13 июлдә ул һөжүмгә күсеү тураһында приказ ала. Башта һөжүм уңышлы бара. Дошманды Кузнецовка станцияһына тиерлек алып ташлайҙар, ләкин кискә ҡарай Идрицаға табан күсенергә мәжбүр булалар, сөнки немецтар тере көстә лә, утҡа тотоу саралары йәһәтенән дә өҫтөнлөк итә.

Генерал-майор Т.К. Силкин Великие Лукины обороналау командиры итеп тәғәйенләнә һәм ҡала өсөн барған һуғышта һәләк була. Дивизияға етәкселек итеүҙе полковник Николай Матвеевич Ласкин (16.07.1941 – 04.10.1941) үҙ иңенә ала. 17 июлдә Пустошка янында барған ҡаты алыштарҙан һуң ҙур юғалтыуҙар кисергән дивизия ике төркөмгә бүленә.

20 июлдә дивизия Невелдән төньяҡ-көнбайыштараҡ ятҡан Уставное ауылына барып етә. Бында уға Невель ҡалаһына табан юлда дошманға һөжүм итеү бурысы ҡуйыла. Ныҡлы ҡаршылыҡҡа осрағандан һуң, ул Тельное – Хамчино янында туҡтала. 51-се уксылар корпусына ингән дивизияға 21 июлгә тиклем Ленинград шоссеһы яғынан фронттың төп көстәренә һәм үҙенең тылына юл ябыла. Корпус командирының фарманы буйынса дивизия ҡаты һуғыштар алып бара, Бегуново – Заболотье сигендә дошман фронтын өҙөргә, ҡамауҙан сығырға тырыша. Бөтә көс ошо бурысты үтәүгә йүнәлтелә, әммә дивизия уңышҡа өлгәшә алмай.

1941 йылдың 26 июлендә дивизия тупланған урынға, йәғни Докухино, Дубняки, Ушица совхозы яғына юллана. Көн тамамланыуға бурыс үтәлә. Төндә, армия буйынса фарманға ярашлы, 98-се, 112-се һәм 170-се уҡсылар дивизияһының ҡалған көстәренән 170-се уҡсылар дивизияһы төҙөлә.

1 авгусҡа дивизия Долгое күле, Плаксино ауылы эргәһендә дошмандың һөжүмен кире ҡаға.

1941 йылдың 4 октябрендә дивизия тарҡатыла.

Шуныһы мөһим, 22-се армия үҙенең ғәмәлдәре менән нацистик Германияның блицкриг планын өҙә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55