г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

35. Башҡортостан яугирҙәре дошман тылындағы партизандар һәм подпольщиктар сафында

1941 йыл аҙағына дошман тылында 2 меңдән ашыу партизан отряды, шулай уҡ байтаҡ хәрби төркөм эш итә. Уларҙың сафында 90 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Партизандар гитлерсыларҙың “йәшен тиҙлегендәге һуғыш” планын өҙөүгә тос өлөш индерә.

Иң ҙур партизан һуғышы үҙәктәренең береһе – Белоруссия. 1941 йылдың август башында унда 10 мең кешенән торған 230-ҙан ашыу хәрби төркөм һәм партизан отряды булған.

Белоруссиялағы күп һанлы партизандар хәрәкәтендә йөҙҙәрсә яҡташыбыҙ батырҙарса һуғышҡан.

Даян Баян улы Мурзиндың партизан отряды Словакияла һәм Моравияла, Бескид тауҙарында алыша. 1944 йылдың октябренән 1945 йылдың майына тиклемге һуғыштарҙа бригада биш меңдән ашыу дошманды юҡ итә, 60 тимер юл составын, 86 күперҙе шартлата, йөҙҙән ашыу хәрби операция ойоштора.

Даян Баян улы Мурзин – Советтар Союзының бик күп ордендары кавалеры, Чехословакияның Милли Геройы, шулай уҡ ундағы ун алты ҡаланың һәм Өфөнөң почетлы гражданы.

Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллин – Словакия милли ихтилалының әүҙем ҡатнашыусыһы, “Бейек Татр” партизан отрядының легендар командиры.

1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың февраленә тиклем отряд партизандары 36 хәрби операция ойоштора. Командирҙың юғары оҫталығы, урынға үтеп инеүҙең ҡыйынлығы, халыҡтың булышлығы партизандарҙың уңышҡа өлгәшеүендә ҙур әһәмиәткә эйә була. Отряд вермахтың ҡеүәтле өс полкы эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтата.

Хәрби осоусы А.В. Кузнецов Польшалағы партизан хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Ике йыл дауамында Италияла А.В. Коляскин етәкселегендәге партизан отряды фашистарҙы ҡыйрата. Францияла партизан отрядында Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиев һуғыша. Бухенвальд лагерында кадрҙағы хәрби хеҙмәткәр, подполковник Баҡый Ғатаулла улы Нәзиров подполье бригадаһына етәкселек итә. Ул – Бухенвальдтағы ихтилал етәкселәренең береһе.

1941 йылдың сентярь-октябрендә илдә десант частарына комсомол-доброволецтарҙы беренсе тапҡыр һайлап алалар. Һөҙөмтәлә республикабыҙҙан 2775 комсомол ағзаһы һауа-десант ғәскәрҙәре сафына баҫа.

Башҡортостандан десантсы комсомолдарҙың ҙур төркөмө Карелияла дошман тылына ташлана.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55