г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

40. Башҡортостанда Коминтерн

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (1941 йылдың октябренән 1943 йылдың майына тиклем) Коминтерн Башҡарма комитеты, “РВ-1” радиостанцияһы һәм Коминтерндың бер нисә махсус мәктәбе Башҡорт АССР-ына эвакуациялана.

Коминтерн Башҡарма комитеты Өфөнөң Ленин һәм Революцион урамдары мөйөшөндәге Пионерҙар йорто бинаһында урынлаша. Унда Коминтерн Башҡарма комитетының генераль секретары Георгий Димитров, шулай уҡ Пальмиро Тольятти, Вильгельм Пик, Долорес Ибаррури, Клемент Готвальд, Морис Торез, Вальтер Ульбрихт, Отто Куусинен һәм сит ил компартияларының башҡа билдәле етәкселәре эшләй. Партияның Башҡортостан өлкә комитеты (П. Аношин) һәм Халыҡ ара революция көрәшселәренә ярҙам ойошмаһының Башҡортостан өлкә комитеты (П. Кагитина) коминтернсыларҙы урынлаштырыу һәм уларҙы тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Коммунистик Интернационалдың Башҡарма комитеты аппараты именлеген хәстәрләү бурысы НКВД идаралығы хеҙмәткәре С. Колесниковҡа йөкмәтелә.

Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы махсус ултырышының 1941 йылдың 12 ноябрендәге ҡарары менән Коминтерн исемендәге “РВ-1” резерв радиостанцияһы Глумилин ауылындағы элекке Урман техникумында урынлаштырыла. Был радиостанцияның Өфө районындағы Дмитриевка ауылында дубляж станцияһы ла була. 1942 йылдың 1 майында Өфөнән Пальмиро Тольятти етәкселегендә Европа халыҡтарының 18 телендә тапшырыуҙар башлана. “Христа Ботев” радиоканалы – Болгарияға, “Тадеуш Костюшко” – Польшаға, “Лайош Кошут” Венгрияға хәбәрҙәр тапшыра, шулай уҡ “Свободная Югославия”, “Германский народный передатчик” һәм башҡалар эшләй.

1941 йылдың 26 октябрендә Кушнаренко ауылында Коминтерндың Михайлов (ысын исем-шәрифе – Рубен Леви Абрамов) етәкселегендәге берҙәм махсус партия мәктәбе ойошторла. Ул СССР-ҙың, Көнсығыш һәм Көнбайыш Европаның фашистар баҫып алған биләмәләрендә эшләү өсөн разведчиктар әҙерләй. Радистар әҙерләү өсөн тағы ла бер мәктәп Өфөлә асыла (директоры Н. Тряпкин). 1941 йылдан 1943 йылға тиклем махсус мәктәптә легаль булмаған 40-тан ашыу разведчик әҙерләнә. Улар разведкалау һәм диверсия яһау маҡсатында дошман тылына ташлана.

Махсус мәктәптәрҙең билдәле тыңлаусылары: Маркус Вольф (ГДР-ҙың “Штази” разведкаһы етәксеһе), Иоганн Вайнгард (Рихард Зоргеның радисы), Ю.А. Колесников (Рәсәй Геройы, партизан хәрәкәте етәксеһе), Франсин Фромон (“Ледоруб” Совет-Британия махсус операцияһында ҡатнашыусы), Катя Нидеркирхнер, Теодор Винтер, Герхард Кеннен (“Красная капелла” менән бәйләнеш буйынса операцияларҙа ҡатнашыусылар) һәм башҡалар.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55