Рейхстагты штурмлау алдынан 3-сө Удар армияның Хәрби советы үҙ дивизияларына СССР-ҙың Дәүләт флагына оҡшатып махсус әҙерләнгән туғыҙ Ҡыҙыл байраҡты тапшыра. Шуларҙың бишенсеһе, Еңеү Байрағы булараҡ, 150-се уҡсылар дивизияһына бирелә. Бындай ҡулдан яһалған ҙур һәм кескәй ҡыҙыл байраҡтар, флагтар алдынғы частар, берләшмәләр һәм подразделениеларҙың барыһында ла була. Улар, нигеҙҙә, доброволецтарҙан тупланған һәм рейхстагҡа үтеп, уның башына Еңеү Байрағын ҡаҙарға ынтылған штурмлау төркөмдәренә ташырыла. Беренсе булып, 1945 йылдың 30 апрелендә Мәскәү ваҡыты буйынса 22 сәғәт 30 минутта капитан В.Н. Маков етәкселек иткән 79-сы уҡсылар корпусының штурмлау төркөмөнә ингән 136-сы армия артиллерия бригадаһының артиллерист-разведчиктары өлкән сержанттар Ғ.Ҡ. Заһитов, А.Ф. Лисименко, А.П. Бобров һәм сержант А.П. Минин рейхстаг башындағы “Еңеү алиһәһе” (“Богиня победы”) скульптур һынына штурмлау ҡыҙыл байрағын ҡаҙай. Артиллеристарҙың штурмлау төркөмө капитан С.А. Неустроевтың батальоны менән бергә эш итә. Ике-өс сәғәттән шулай уҡ рейхстаг башындағы атлы рыцарь – кайзер Вильгельмдың скульптураһына 150-се уҡсылар дивизияһының 756-сы уҡсылар полкы командиры полковник Ф.М. Зинчинко фарманы буйынса 5-се һанлы Ҡыҙыл Байраҡты ҡаҙайҙар. Ул Еңеү Байрағы тип билдәләнә. Уны лейтенант А.П. Берест һәм өлкән сержант И.Я. Съянов ротаһынан автоматсылар оҙатыуында разведчиктар: сержант М.А. Егоров менән кесе сержант М.В. Кантария ҡаҙай.
Рейхстаг өсөн һуғыш 1 май иртәһенә тиклем дауам итә. 2 майҙа 6 сәғәт 30 минутта Берлиндың оборона начальнигы артиллерия генералы Г. Вейдлинг әсирлеккә төшә һәм Берлин гарнизонындағы ҡалған ғәскәргә ҡаршылашыуҙы туҡтатырға тигән әмер бирә. Германияның һис һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйылғас, 9 май Еңеү көнө булараҡ тарихҡа инә.