г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64
×

Предупреждение

Ошибка при загрузке модуля Error writing file '/tmp/MYfd=2025' (OS errno 28 - No space left on device)

9. Нефть эшкәртеү

1942 йылдың 22 сентябрендә Оборона буйынса дәүләт комитеты “Нефть сығарыуҙы әүҙем арттырыу саралары тураһында” ҡарар ҡабул итә.

Башҡортостан нефть сығарыусылары юғары октанлы бензин сорттарының, автолдың, кәрәсиндең яңы төрҙәрен үҙләштерә. Сталинград һуғышы башланыуға Өфө нефть эшкәртеү заводы Нефть сәнәғәте наркоматының иң яҡшы предприятиелары иҫәбенә инә.

Өфө нефть эшкәртеү заводы һуғыш йылдарында Оборона буйынса дәүләт комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән 17 тапҡыр бүләкләнә, ә 1946 йылдың июлендә Ҡыҙыл Байраҡ заводҡа мәңгелеккә һаҡлауға тапшырыла.