г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

10. Резина-техник изделиелар заводы

Предприятие тарихы 1942 йылдың мартынан башлана. Был мәлдә эвакуацияланған Ярославль резина техник изделиелар заводы һәм Ленинградтың “Красный треугольник” заводы нигеҙендә асылған предприятие СССР Резина сәнәғәте наркоматының 1942 йылдың 17 мартындағы 23-сө фарманы менән 688-се завод тип билдәләнә.

1942 йылдың 18 мартында завод тәүге продукцияны сығара башлай. Тап ошо дата Өфөләге резина техник изделиелар заводының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында план һәм йөкләмәләрҙе уңышлы үтәгәне өсөн заводҡа СССР Оборона буйынса дәүләт комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы алты тапҡыр, шулай уҡ башҡа отличие билдәләре тапшырыла.

Завод понтонлы кәмәләр, аэростаттар – кәртәләр, техник һәм баллонлы танкылар, водолаз костюмдары, инженерлыҡ ҡорамалдары сығара.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55