Еңеү совет халҡының ғәйәт ҙур ихтыяр көсө, берҙәмлеге һәм татыулығы менән яуланды. Хәрби хужалыҡты яйға һалыу зарурлығына бәйле, нигеҙҙә, тылдағы төбәктәрҙә сәнәғәти төҙөлөш киң ҡолас ала, фронт һыҙығынан эвакуацияланған завод, фабрикалар төҙөкләндерелә, хәрби производство тергеҙелә.
Башҡорт АССР-ына 172 сәнәғәт предприятиеһы, айырым цехтар һәм ҡулайламалар күсерелә. Уларҙың күбеһе республикалағы индустриаль үҙәктәрҙә: Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларында урынлаштырыла. Өфөлә генә улар өсөн 75 мең квадрат метрлыҡ етештереү майҙаны бүленә. Эвакуацияланған предприятиеларҙың ҡорамалдары, нигеҙҙә, ғәмәлдәге йәки төҙөлөп ятҡан завод, фабрикалар майҙансығына ҡуйыла.
Сәнәғәт продукцияһы етештереү биш тапҡырға арта, республикала өр-яңы химия, туҡыу, электр, тар специализациялы еңел, шулай уҡ витамин производстволары барлыҡҡа килә.