Юғары Башкомандование Ставкаһы дошмандың төньяҡ төркөмөн ҡыйратыу һәм Балтик буйын тулыһынса азат итеү бурысын Ленинград, 1-се һәм 3-сө Балтик буйы фронттары ғәскәренә йөкмәтә.
Тәүге ҙур һөжүм 1944 йылдың июль-авгусында була. Һөҙөмтәлә совет ғәскәрҙәре Литва, Латвия һәм Эстонияның байтаҡ ерен немец-фашист илбаҫарҙарынан таҙартып, көнбайышҡа табан 200 километрға үтеп инә. 13 июлдә Вильнюс ҡалаһы азат ителә.
1944 йылдың 22 сентябрендә совет ғәскәрҙәре фашистарҙың бер өлөшөн диңгеҙгә ҡыҫырыҡлап, Көнсығыш Пруссияға юлды яба.
Башҡортостан яугирҙәре ҡоро ер, хәрби-диңгеҙ частарында һәм Балтик флоты караптарында батырҙарса алыша.
Һуғыш башланыуға иң ҡеүәтлеһе тип иҫәпләнгән Ҡыҙыл Байраҡлы Балтик флот ҡарамағына 2 линкор, 2 крейсер, 2 эсминецтар лидеры, 67 торпеда катеры, 71 һыу аҫты кәмәһе һәм башҡа караптар инә. Яр буйы һағы иһә 305 миллиметр калибрлы стационар һәм һыу аҫты артиллерияһына, шул иҫәптән Таллинға һәм Ригаға йүнәлтелгән 424 орудиенан торған 109 батареяға эйә була.