г. Уфа, ул. Комарова, д.7
Заказ экскурсий +7 (347) 260-44-64

34. 21-се гвардия (361-се) уҡсылар дивизияһы

21-се гвардия уҡсылар дивизияһы, СССР Оборона наркомының 1941 йылдың 11 авгусындағы 239002-се директиваһы нигеҙендә, Урал хәрби округына ҡараған Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында 1941 йылдың сентябрь-октябрендә 361-се уҡсылар дивизияһы булараҡ төҙөлә.

1941 йылдың 17 декабрендә 361-се уҡсылар дивизияһы Калинин фронтына килеп етә. 1941 йылдың 28 декабрендә һуғышҡа инә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул 39-сы, 4-се Удар, 22-се, 1-се Удар һәм башҡа армиялар составында алыша. Дивизия 850 саҡрымлыҡ яу юлы үтә, 15 ҡаланы һәм 1500-гә яҡын ауыл-ҡасабаны азат итә.

Оборона буйынса халыҡ комиссарының 1942 йылдың 17 мартындағы 78-се фарманы нигеҙендә ул хәрби хеҙмәттәре өсөн 21-се гвардия уҡсылар дивизияһы итеп үҙгәртелә.

1943 йылдың октярендә 21-се гвардия дивизияһы “Невель” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була – уның 14,7 мең яугире орден, миҙалдар менән бүләкләнә, өс яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Дивизия Балтик буйын азат итеүҙә, Курляндияла дошман ғәскәрҙәрен ҡыйратыуҙа ҡатнаша.

21-се гвардия уҡсылар Невель дивизияһына 1941 йылдан 1945 йылға тиклем гвардия полковнигы, һуғыштың аҙағында гвардия генерал-майоры Д.В. Михайлов етәкселек итә.

Режим работы:

Вт-Чт с 11.00 ч. до 18.00 ч.

Пт с 14.00 до 21.00 ч.

Сб-Вс с 11.00 до 18.00 ч.

Выходной день – Пн

Адрес:

450064, Республика Башкортостан,

г. Уфа, ул. Комарова, д. 7

+7 (347) 260-44-55