Совет тылының ныҡлығы һәм ҡеүәте күп йәһәттән ауыл хужалығына бәйле була. Илдә сәсеү майҙандары күләме яртылаш тиерлек кәмей, хеҙмәт ресурстары ла ҡыҫҡара. 1942 йыл аҙағына тракторҙар паркы һуғышҡа тиклемгенең 2/3 өлөшөн, йөк автомобилдәре паркы иһә 1/5 өлөштән дә кәмерәген тәшкил итә. Йылҡы малы һаны 2/5 тапҡырҙан ашыуға ҡыҫҡара.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм хеҙмәткә саҡырылыу йәшенән кесерәктәр кадрҙар туплауҙа төп көскә әүерелә. Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар етәксе вазифаларға тәғәйенләнә.
1942 йылдың апрелендә “Колхозсылар өсөн эш көндәренең мотлаҡ минимумын арттырыу тураһында” ҡарар сыға. Волга буйы һәм Уралдың игенле райондары өсөн – 120 эш көнө, 12-16 йәшлек үҫмерҙәргә 50-шәр эш көнө билдәләнә. Мотлаҡ минимумды сәбәпһеҙ үтәмәгәндәр, халыҡ суды ҡарары буйынса, хеҙмәт хаҡының 25 процентын колхоз файҙаһына тотоп ҡалыу шарты менән, 6 айға холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп ителергә тейеш була.
Һуғыш йылдарында Башҡорт АССР-ында 1479,5 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә, был СССР-ҙағы дөйөм күрһәткестең 2,2 процентын тәшкил итә. Фронтҡа 71 мең ат, 750 трактор, аҙыҡ-түлек ебәрелә.
Республикала, нигеҙҙә, колхоз, совхоздарҙа эшләгәндәр, малсылыҡ, йәшелсәселек, игенселек, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр. Каучук етештереү өсөн күкһағыҙ үҫтергәндәр.
Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағы Еңеүгә тос өлөш индерә. Һуғыш йылдарындағы хеҙмәте өсөн республикалағы 300 колхозсы орден, миҙалдар менән бүләкләнә.